+3 °С
Облачно
Яңылыҡтар
24 Октября 2023, 07:00

Ниндәй ҙур бәлә...

Белорет ҡалаһында 8 балалы ғаиләнең йортонда янғын сыҡҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, бинаны ут ялмап алған мәлдә йортта өлкәндәрҙең береһе менән өс бала булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ниндәй ҙур бәлә...Ниндәй ҙур бәлә...
Ниндәй ҙур бәлә...

Бәхеткә, береһе лә ҡаза күрмәгән. Түбәһеҙ ҡалған ғаиләне ваҡытлыса урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Ғаилә күптән түгел генә һалынған йорттарына яңыраҡ ҡына күсенгән булған. Янғынды Рәсәй тәфтишсеһе тикшерә. Әлегә йорта ут сығыуҙың сәбәбе дөрөҫ ҡоролмаған мейес арҡаһында булыу ихтимал, тиҙәр.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас