

“Спектакль мәлендә йыш ҡына ошондай алым ҡулланыла – ут һүнә һәм шул ваҡытта сәхнә күренеше үҙгәрә. Таныш булмаған сәхнәлә буталып, яңылыш баҫып йығылып киттем. Битте ҡанаттым. Һуңынан яңаҡ һөйәге сатнағанлығы асыҡланды. Шуны әйткем килә – бер кемгә бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ. Эшебеҙ шундай, төрлө хәл булырға мөмкин. Коллегалар ярҙамы менән ролемде уйнап бөттөм. Миңә шунда уҡ бинт, ҡар алып килделәр һәм сығыштарым араһында йәрәхәтләнгән урындарға һалҡын ҡуйып торҙолар. Тамашасылар спектаклде бик йылы ҡабул итте. Көслө ҡул сабыуҙарға, сәскәләргә күмделәр", – тип һөйләгән Фидан Сафа улы.
Һуңынан уны ашығыс ярҙам машинаһы менән Өфөгә алып киткәндәр. Әле уның хәле тотороҡло, дауаханала дауалана, тиҙәр. "Хәлисә Мөҙәрисова пьесаһы буйынса "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһы 12-се йыл бара һәм гел аншлаг менән үтә. Тамашасылар уны бик ярата, 9-10 тапҡыр килеүселәр бар. Ә мин унда төп ролде башҡарам. Шуға был юлы ла аҙағына ҡәҙәр уйнап бөтмәйсә китә алманым. Хәҙер дауаланып алырға кәрәк. Юғиһә, минең битем "эшкә сығырлыҡ хәлдә" түгел", – тигән Фидан ағай.
Тиҙерәк һауығығыҙ, Фидан ағай! Яратҡан ролдәрегеҙ һеҙҙе көтә.
Фото: bv02.info