+11 °С
Ясно
Яңылыҡтар
16 Ноября 2023, 08:00

Республика Башлығын Сергей Лавров тәбрикләне

Кисә Мәскәүҙә Радий Хәбиров Сергей Лавров менән осрашты. Көн ҡаҙағында – төбәктең тышҡы иҡтисади элемтәләрен үҫтереү мәсьәләләре. Рәсәйҙең Сит ил ил эштәре министрлығы етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан илдең дуҫ дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеген нығытыуға тос өлөш индерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика Башлығын Сергей Лавров тәбрикләнеРеспублика Башлығын Сергей Лавров тәбрикләне
Республика Башлығын Сергей Лавров тәбрикләне

– Һеҙ халыҡ-ара сараларҙы үткәреү өсөн бик күп мөмкинлектәр булдыраһығыҙ. Киләһе йылда ике ил етәксеһе ҡатнашлығында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында төбәк-ара хеҙмәттәшлектең сираттағы форумын да юғары кимәлдә үткәрерһегеҙ тип ышанабыҙ, – тине Сергей Лавров. – ЮНЕСКО эшсәнлегендә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы ла билдәләп үткем килә, ул беҙгә ҙур ярҙам. Был өлкәләге ҡаҙаныштар һәм мөмкинлектәр асыҡтан-асыҡ күренә.

Осрашыуҙа Сергей Лавров Радий Хәбировҡа «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн» күкрәк билдәһен тапшырҙы. Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең сит ил эштәре министрына юғары баһа өсөн рәхмәт белдерҙе һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуҙың республиканы үҫтереүҙә өҫтөнлөккә эйә булыуын билдәләне.

Фото: mid.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас