

Социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар «Тура бәйләнеш» башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителә.
Тура бәйләнеште БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм «Сәләм» телеканалдары күрһәтә, трансляцияны шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» эфирында тыңларға мөмкин.
«Беҙ тура бәйләнеште йыл да үткәрәбеҙ. Халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тырышырмын. Һорауҙар һәр ваҡыттағыса күп, шулай ҙа мин бөтә һорауҙарға ла яуап бирергә тырышырмын», - тигәйне Радий Хәбиров.
Тәүге көндәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән меңдән ашыу һорау, шул иҫәптән видеомөрәжәғәт килгән. Халыҡты айырыуса юлдарҙы, мәктәптәрҙе, шулай уҡ район мәҙәниәт һарайҙарын ремонтлау кеүек темалар борсой.