+20 °С
Ясно
Яңылыҡтар
5 Декабря 2023, 05:00

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда декабрь - сюрприздар айы. Әле йылы, әле ҡапыл һыуыта. Ҡыштың тәүге аҙнаһында ла шулай булмаҡсы. Кисә  республика юлдарында коллапс булһа, бөгөндән һалҡынайта башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр һыуытаКөндәр һыуыта
Көндәр һыуыта

Ҡар тәүлек әйләнәһенә тиерлек яуасаҡ. Юлдар боҙ менән ҡапланасаҡ, ә ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7 -12 градусҡа тиклем төшәсәк, көньяҡ буйынса -2, көндөҙ -5 - 10.

Шаршамбы төнөн температура -13-18 градусҡа тиклем төшәсәк, урыны менән -23 - 29, көндөҙ бер аҙ күтәрелә  – -11- 16 С. Бындай температура бәүелсәге байтаҡ проблемалар килтерәсәк, мәҫәлән, бөтә ерҙә лә боҙлауыҡ булыуын.

Фото: https://ufa1.ru/

 

Автор:
Читайте нас