+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2023, 08:40

Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!

Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм. (Мифтахетдин Аҡмулла). 12 декабрҙән 14-нә тиклем Башҡорт теле көнөнә ҡарата Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Аҡмулла диктанты» акцияһы ойошторола. Быйыл диктант дүртенсе тапҡыр ойошторола.

Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!
Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!

*Акция сайтта онлайн уҙғарыла. Унда, йәшенә, белеменә, социаль әһәмиәтенә, диненә һәм гражданлығына ҡарамаҫтан, башҡорт һәм рус телдәрен белгән Рәсәй һәм сит ил халҡы ҡатнаша ала. 2022 йылда диктантты 17 меңдән ашыу кеше яҙҙы.

*Диктантта М. Аҡмулланың һәм уның замандаштарының тормошо һәм ижады тураһында 10 һорау, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ғилми-методик һәм педагогик эшмәкәрлеге хаҡында 10 һорау, нәфис әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы тураһында 10 һорау бар.

*«Диктант өсөн иң юғары баһа» билдәһе - 100 балл. Эштәрҙе башҡарыуға бер сәғәт ваҡыт бирелә.

*Диктант яҙыу йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат тапшырыла.

 

#ПедагогиРоссии #ПедвузыРФ

#ГодПедагогаНаставника #ГПН_2023

 

Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!
Аҡмулла диктантына ҡушылығыҙ!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас