+28 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Декабря 2023, 08:00

«Ғаилә ипотекаһы» оҙайтыла

Рәсәй президенты Владимир Путин ғаилә ипотекаһын оҙайтыу кәрәклеген әйтте. Белеүебеҙсә, «Ғаилә ипотекаһы» программаһы 2024 йылдың 1 июленә тиклем эшләй. Ул рәсәйҙәргә кәметелгән ставка менән торлаҡ өсөн кредит алырға мөмкинлек бирә.

«Ғаилә ипотекаһы»  оҙайтыла«Ғаилә ипотекаһы»  оҙайтыла
«Ғаилә ипотекаһы» оҙайтыла

«Хөкүмәт ғаилә ипотекаһын оҙайтырға уйлай. Әлбиттә, хөкүмәт реаль мөмкинлектәрҙән, реаль бюджеттан сығып эш итергә тейеш, әммә оҙайтыу йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Унда беренсе иғәнә лә — 20 процент, йылына иһә 6 процент. Өс бала булһа, 450 мең һум субсидия ҡаралған. Шуға күрә был турала ныҡлап уйлау мөһим. Хөкүмәткә мотлаҡ ошо мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушырмын», - тине дәүләт башлығы «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһында.

Фото: mos.ru

Автор:
Читайте нас