+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2023, 09:00

Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығышы яһаны. 2024 йылды республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр хаҡында хәстрәлек күреү йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте.    

Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышына МөрәжәғәтнамәһеРеспублика Башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе
Республика Башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе

“Беҙ үҙенсәлекле бала ҡараусы ғаиләләргә, хеҙмәт йәшендә зәғифтәргә уларҙың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, һөнәри белем алырға теләүселәргә ярҙам, социаль инфраструктураны, тирә-яҡ мөхитте улар өсөн яраҡлаштырыуға, реабилитация системаһына иң етди иғтибар бүләсәкбеҙ. Был мәсьәләләрҙе берҙәм хәл итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – ундайҙарҙың тормош сифатын күтәреү”, – тигән маҡсат ҡуйҙы төбәк етәксеһе һәм хөкүмәткә саралар планын әҙерләргә бойорҙо.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр тулы тормош менән йәшәһен өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ һәм был алдағы йылдың ғына бурысы булмаясаҡ, тип өҫтәне ул.

Республиканың хеҙмәт министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда инвалидлығы булған 250 мең кеше йәшәй. Уларҙың 93 меңе – хеҙмәт йәшендә.

Автор:
Читайте нас