Йорттарҙа Башҡортостан етештереүселәренең, һөнәрселәренең йыйылма экспозициялары урынлаштырылған. Бер тирмәлә – сәйхана. Унда ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары тәмле үләндәр ҡушып ҡайнатылған үҙебеҙҙең башҡорт сәйен татып ҡарай ала.
Этно-ауыл даими эшләүсе һөнәрселек йәрминкәһе булараҡ эшләйәсәк. Бында шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә планлаштырыла.
Фото: Ленин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте