Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан төбәктә йән башына йәшәү минимумы 13 753 һум була. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум; пенсионерҙарға — 12 530 һум, балаларға — 13 340 һум.
Йәшәү минимумы дәүмәле ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда файҙаланыла. Мохтаж булған балалы ғаиләләр өсөн түләүҙәр һәм пособиелар күләме лә ошо дәүмәлгә бәйле.