+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Декабрь 2023, 09:00

Байрам осоронда поликлиникалар нисек эшләй?

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Яңы йыл байрамдарында медицина ойошмаларының эш графигы тураһында әйтте.

Байрам осоронда поликлиникалар нисек эшләй?
Байрам осоронда поликлиникалар нисек эшләй?

Мәҫәлән, поликлиникалар 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткәсә ҡабул итәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1 ғинуарҙан 5 ғинуарға хәтлем һәм 8 ғинуарҙа эшләйәсәк. 1 ғинуарҙан 6 ғинуарға ҡәҙәр һәм 8 ғинуарҙа 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткәсә республикала йәшәүселәр профилактик медицина тикшереүҙәре һәм диспансеризация үтә аласаҡ.

Дауаханалар, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлектәре һәм тиҙ медицина ярҙамы был осорҙа тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

 

Автор:
Читайте нас: