-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар , 18:00

Мутлашыусыға йәше-ҡарты юҡ

Ҡат-ҡат иҫкәртәбеҙ, сит номерлы телефондарҙы алмағыҙ! Аҡсағыҙға хәүеф янай, тип әйтһәләр, шигегеҙ булһа, банктың рәсми һандарына шылтыратып, үҙегеҙ һөйләшегеҙ. Банктың телефон һандары картағыҙҙың икенсе яғында яҙылған.

Мутлашыусыға йәше-ҡарты юҡ
Мутлашыусыға йәше-ҡарты юҡ

Ошо көндәрҙә 73 йәшлек бер иргә аферист үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып шылтырата. Йәнәһе лә, уның һаҡлыҡ кенәгәһендәге аҡсаһының бер өлөшөн сит иҫәпкә валюта менән күсергәндәр. Яуыз ниәтле бәндә өлкән йәштәге ағай менән өс көн дауамында аралаша һәм шул ваҡыт эсендә уның шәхси аҡсаларын мутлашыусыларға күсерергә күндерә. Урланған аҡсаның күләме – 7 миллион. Эштең ниҙә икәнен аңлап алғас, ир полицияға алдау факты хаҡында хәбәр иткән.

Фото: moneyman.ru

Автор:
Читайте нас: