-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар , 12:25

Бәхил бул, халыҡ шағиры!

94-се йәшендә вафат булған, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас менән хушлашыу бөгөн Зәки Вәлиди китапханаһында үтте. Әҙипте тыуған яғында, Стәрлебашта ерләйәсәктәр. “Һәнәк” журналы  редакцияһы коллективы (бер ни тиклем ваҡыт “Һәнәк” журналында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән) Рауил Сәхиулла улының ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, әҙип!

Бәхил бул, халыҡ шағиры!
Бәхил бул, халыҡ шағиры!

Рауил Шаммасов 1930 йылда Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында колхоҙсы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем алып, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

1958 йылдан тормошон журналистика менән бәйләй. Стәрлебаш район, “Ҡыҙыл таң” гәзиттәрендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Һуңынан хеҙмәт юлы төрлө өлкәләрҙә дауам итә: Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире, Республика тыныслыҡ комитеты, Башҡортостан Яҙыусылар аппараты һәм “Һәнәк” журналы редакцияһы хеҙмәткәре булып эшләй.

Рауил Шаммастың “Таң йылмайыуы”,  “Ғүмер гөлләмәһе”, “Яраларҙы һөйөү дауалар”, “Аҡыл таяғы” һәм башҡа бик күп шиғырҙар һәм поэмалар китаптары донъя күрҙе.

И. Вәкилов фотоһы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: