+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар , 17:00

Теңкәгә тейеп бөттөләр былар...

Үкенескә күрә, көн һайын хатта бер нисә кешенең мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе хаҡында хәбәрҙәр күрәбеҙ. Ошо арала Өфө ҡалаһында йәшәүсе бер ханым шул бәндәләргә үҙенең кредитҡа алған 700 мең һумын тотторған.

Теңкәгә тейеп бөттөләр былар...
Теңкәгә тейеп бөттөләр былар...

Кемдәрҙер интернетта әйбер һатып алам тип, таныш булмаған кешеләргә аҡса күсерә. Шундай схема буйынса эш иткән әҙәмдәр кеҫәһенә 3 өфөлө 10 меңдән алып 35 мең һумға тиклем аҡса ебәргән.

Медицина учреждениеларының береһендә эшләүсе ханымға “баш табип” (!) хатта үҙе шылтыратып аҡса һораған, уға һуңыраҡ башҡа ведомстволар “хеҙмәткәрҙәре” лә ҡушылып киткән. Һөҙөмтәлә, ханым 90 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Һаҡ булығыҙ!

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: