Логотип "Милли өҫтөнлөктәр" ойошмаһы тарафынан булдырылған. "Беҙ дизайнда ике аҡҡош образын файҙаландыҡ. Уларҙың һынланышы йөрәк барлыҡҡа килтерә. Был йылдар аша һыналған мөхәббәт һәм тоғролоҡто символлаштыра", - тип белдергән "Милли өҫтөнлөктәр" ойошмаһының генераль директоры София Малявина.
Башҡортостанда Ғаилә йылында бик күп саралар уҙасаҡ. Әле республикала "Яңы йыл ғаилә уйындары" фестивале бара.
Фото: национальныеприоритеты.
Э. Әсәҙуллина.