+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар , 12:00

Китапханаларға яҙыусыларҙың исемдәре бирелде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән республиканың өс муниципаль китапханаһына күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде.

Китапханаларға яҙыусыларҙың исемдәре бирелде
Китапханаларға яҙыусыларҙың исемдәре бирелде

Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана системаһының Уҫаҡкисеү ауылы моделле китапхана-филиалына башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәновтың исеме бирелде.

Бүздәк үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Ҡаңны-Төркәй ауылы моделле китапхана-филиалы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры  Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды. Өфөнөң Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһының 17-се балалар китапханаһына әҙәбиәт белгесе, Башҡортостанда әҙәби тыуған яҡты өйрәнеүгә нигеҙ һалған Морат Рәхимҡоловтың исеме бирелде.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: