+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар , 14:00

Һеҙгә ун биш мең һум килдеме?

2024 йылдың ғинуарынан ҡайһы бер ғаиләләр 15 мең һумға ҡәҙәр аҡса ала башланы.

Һеҙгә ун биш мең һум килдеме?
Һеҙгә ун биш мең һум килдеме?

Яңы 2024 йылдан Рәсәйҙә йәшәү минимумы 7,5 процентҡа артты, был күп кенә социаль түләүҙәргә, шул иҫәптән 17 йәшкә тиклем балаларға һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға берҙәм пособие күләменә йоғонто яһаны. Шуға бәйле рәүештә, ғинуар айында Социаль фонд ғаиләләргә берҙәм пособие күләмен арттырҙы.

Ғәмәлдәге ҡағиҙәләр буйынса, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берҙәм пособие күләме эшкә яраҡлы халыҡ өсөн төбәк йәшәү минимумынан, балаларға төбәк балалар йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә.

2024 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһында берҙәм пособие күләме артты һәм хәҙер балаларға айына 15 мең һумға ҡәҙәр тәшкил итә.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, ғаиләнең йәшәү минимумы артыу сәбәпле, берҙәм пособие түләү хоҡуғы яңынан ҡаралмай, сөнки ғаиләнең әлеге социаль ярҙамға мохтажлығы дәрәжәһе уны биреү өсөн мөрәжәғәт итеү көнөнә иҫәпләнә һәм һуңынан ул билдәләнгән 12 ай дауамында яңынан ҡаралмай.

2024 йылда Рәсәй Президенты указы менән ғәмәлгә ҡуйылған ғаилә саралары планы менән бер рәттән, балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары комплексын камиллаштырыу буйынса эш дауам итә.

Фото: 9111.ru

Автор:
Читайте нас: