+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 08:00

Тәүге көн нисек үтте?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, участкалар ябылған мәлдә 20 сәғәттә төбәктә 1 миллион 76 мең 954 кеше тауыш биргән, был тауыш биреү өсөн исемлеккә индерелгән һайлаусылар һанының 36,66% тәшкил итә.

Тәүге көн нисек үтте?
Тәүге көн нисек үтте?

Һигеҙ муниципаль район 50% сикте үтте — Асҡын, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш, Федоровка райондары. Өфөлә дүрт район 40 проценттан юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтте — Киров (44,65 Процент), Октябрь (42,66 Процент), Дим (41,79 Процент), Калинин (41,23 процент) райондары. Ҡала округтары араһында иң күп Һайлаусылар Ағиҙелдә (43,37%) тауыш биргән.

Бөгөн, 16 мартта Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреү иртәнге 8 сәғәттән дауам итә.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: