+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 17:20

Ватанды һаҡлау – минең бурысым!

Иглин районынан «Шома» позывнойлы МХО яугиры Ватанды һаҡлауҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләй. Әлеге ваҡытта хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Һайлау участкаһына ғаиләһе менән бергә илдең тыныс киләсәге өсөн тауыш бирергә килгән.

Ватанды һаҡлау – минең бурысым!
Ватанды һаҡлау – минең бурысым!

«Шома» Иҫке Ҡыбау ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Урындағы мәктәпте тамамлап, армияла хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем водитель һөнәрен башҡара. Илгә хәүеф янағанда, ул ситтә ҡала алмай. Үҙ теләге менән Ватанды яҡларға китә. Ир үҙенең ялын туғандары һәм яҡындары менән үткәрә, мәктәп уҡыусылары һәм ауылдаштары менән дә осраша.

- Күптән түгел беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы мәктәпкә осрашыуға килде, – тип уртаҡлашты яугирҙың класс етәксеһе Гөлнара Әбсәликова. - Хәрби хеҙмәткәр уҡыусыларға үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләне. «Шома» яугиры Ватанды һаҡлау уның бурысы тип иҫәпләй.

Фото һәм сығанаҡ :https://iglvesti.com/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: