+3 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 11:00

Йәш быуындың киләсәге яҡты булһын өсөн

Учалы районы Сосновка мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1340-сы һайлау участкаһына, ауыл ағинәйҙәре тауыш бирергә килгәс, бигерәк тә йәнләнеп киткән.

Йәш быуындың киләсәге яҡты булһын өсөн
Йәш быуындың киләсәге яҡты булһын өсөн

Улар районыбыҙҙың иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе ул, бар эштә лә улар әүҙемдәр, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнайҙар. Рәсәй Президентын һайлауға ла улар берҙәм генә, сағыу милли кейемдәрҙә, шат йылмайып килеп инде. Ил башлығын һайлау үтә ҙур яуаплылыҡ талап итә, быны ағинәйҙәр яҡшы белә. Һәр береһе  илгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен, ир-егеттәрҙең иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтып, атай-әсәйҙәрен, ҡатындарын, балаларын ҡосаҡлауын теләй. Тап ошо инәйҙәр яугирҙарға ярҙамға гуманитар ярҙам ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша.           

 - Йәш быуындың киләсәге яҡты, тормошо матур булыуы өсөн үҙ тауышыбыҙҙы бирҙек, - тине ағинәйҙәр етәксеһе Земфира Кәримова. 

С. Минһажетдинова.

Сығанаҡ: https://ural-rb.ru/news/obshes/2024-03-16/a-in-y-r-kemde-aylar-a-bel-3684922              

Автор:
Читайте нас: