+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март , 10:25

Венер ИСХАҠОВ бөгөн сәйгә саҡырҙы

Шәп журналист, яҙыусыһы, сатирик, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе, “Һәнәк”тең иң яҡын дуҫы Венер Айҙар улын ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлап, ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Венер ИСХАҠОВ бөгөн сәйгә саҡырҙы
Венер ИСХАҠОВ бөгөн сәйгә саҡырҙы

Венер ИСХАҠОВ

СӘЙГӘ САҠЫРҘЫ

(Юмористик хикәйә)

– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?

– Һаубыҙ әле.

Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Гөлназаны тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.

Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар, балалар нисек?..

Бер аҙ һөйләшеп торғас, Гөлназа  беҙҙе “Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” тип фатирына саҡырҙы.

– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған йортҡа төртөп күрһәтте.

Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:

– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуймай, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.

Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Гөлназа ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.

– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, перәме оҡшаны. Быйыл мысырға барырбыҙ, тип торабыҙ.

Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.

– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.

– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде. – Гөлназа беҙҙе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.

– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине, залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. Шунса-шунса һум тора. Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.

– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә һаҡ ҡына бармаҡ остары менән ҡағылды. – Матур, эйеме? – Гөлназа,  “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.

– Эйе, әлбиттә!

Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.

– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.

– Улай икән…

– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.

– Шулай инде…

– Ирем миңә лә ”машина алып бирәм” тип әйтә.

Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:

– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән дә таныштырыуҙы дауам итте.

– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Гөлназаның  ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй, беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.

– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит...

Беҙ сарсаған килеш ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Уның ҡарауы, туғаныбыҙҙың затлы донъяһында экскурсияла булдыҡ. Шулай сәйгә саҡырмаһа, ҡасан күрер инек әле...

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: