+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 19:00

Хаҡлы ялдағыларға - ярты хаҡ

Республика пенсионерҙары электричкаларҙа ярты хаҡҡа йөрөй аласаҡ...

Хаҡлы ялдағыларға - ярты хаҡ
Хаҡлы ялдағыларға - ярты хаҡ

1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары өсөн ҡала яны тимер юл транспортына юл хаҡының 50 проценты күләмендә ташлама ғәмәлдә була. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 

Льготаға пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, тыл эшсәндәре, хәрби хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар хоҡуҡлы. Билет алғанда, паспорт менән граждандың статусын раҫлаусы документты күрһәтергә кәрәк.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: