+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель , 16:00

Шул да булдымы әсәй...

Бәләбәй ҡала судында 22 йәшлек ҡатынға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Үткән йылдың октябрь айында төнөн иҫерек әсә, бергә йәшәгән ирҙе көнләшеп, илаған балаһына бысаҡ менән ташлана. 

Шул да булдымы әсәй...
Шул да булдымы әсәй...

Ул баланың эсен, битен бысаҡ менән сәнскеләгән, үҙе өйҙән сығып киткән. Шулай ҙа үтеп барыусы ҡатындан ашығыс ярҙам саҡырыуын үтенгән. Саҡырыуға оператив рәүештә килгән табиптар сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Бала санавиация менән Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһына килтерелә.

Ғәйепләнеүсе ҡатын һаҡ аҫтына алынған, суд ҡарары көтә. Хәҙер малай атаһы менән йәшәй. Баланың әсәһе элек тә ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Фото: https://ufa1.ru/

Автор:
Читайте нас: