+15 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель , 13:00

Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла

Тарих фәндәре кандидаты, Р.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода башҡорт костюмы буйынса альбом-каталог сығарыуҙа ярҙам һораны. Уның әйтеүенсә, бөгөнгә ҙур, шул иҫәптән архив материалдары йыйылған, уникаль даналар бар.

Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла
Республикала яңы байрам – Милли бейеү көнө булдырыла

Радий Хәбиров ошо проектты бюджеттан тейешенсә аҡса бүлеп, өс йыл дауамында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булһын өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына альбом-каталогты әҙерләү һәм нәшер итеү өсөн дәүләт заказы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләргә беҙҙең кеүек күп милләтле республикала дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип ҡарайбыҙ. Мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк. Бөгөн тағы бер идеябыҙ хаҡында әйтмәксемен. Республикала Милли бейеү көнөн булдырырға теләйбеҙ. Ул шул иҫәптән милли кейемдәрҙе күтәреү өҫтөндә эшләйәсәк, сөнки милли бейеү улар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән», - тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: