+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май , 16:50

"Изге подписка" акцияһы бара

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте майҙансығында бик шәп сара булды. Унда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто  "Изге подписка" акцияһын үткәрҙе. Хәйриә акцияһының Республика балалар клиник дауаханаһы өсөн ойошторолоуы икеләтә ҡыуаныслы ине.

"Изге подписка" акцияһы бара
"Изге подписка" акцияһы бара

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләләр, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, тыл хеҙмәтсәндәре, туғандары һәм яҡындары өсөн республика, район баҫмаларын яҙҙырып, эстафетаны социаль селтәрҙәге ике дуҫҡа #ДобраяПодписка. хештегы менән фото урынлаштырып тапшырырға кәрәк.

"Республика Башкортостан" нәшриәт йорто баҫмаларына rbsmi.ru сайты, шулай уҡ редакция аша яҙылырға мөмкин. Редакция гәзит-журналдарҙы үҙ аллы тарата. Бындай алым юридик шәхестәр, предприятиелар, ойошмалар өсөн уңайлы. Һорауҙар менән (347) 273-27-93, 272-04-01 телефондары буйынса «Өфө» нәшриәт йортона мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: сара бик йәнле барҙы.

"Изге подписка" акцияһы бара
"Изге подписка" акцияһы бара
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: