Байрамда билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән ижади осрашыуҙар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, лекциялар ойошторола.
Ошо сара сиктәрендә филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе, халыҡ ижадын өйрәнергә, илебеҙ, еребеҙ өсөн көрәштә берҙәм булырға өндәне һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы китап йәрминкәһенә саҡырҙы.
#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает