+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь , 10:30

"Аҡ раузалар фәрештәһе"

Күптәребеҙҙең бала сағы, йәшлеге "Ласковый май" төркөмө солисы Юрий Шатунов йырҙары менән үтте.  "Белые розы", "Седая ночь", "Детство" кеүек хиттарҙы башҡарған яратҡан йырсыбыҙ –  иҫтәлегенә Ейәнсура районы Иҫәнғолда "Аҡ раузалар фәрештәһе" аллеяһы асылды.

"Аҡ раузалар фәрештәһе"
"Аҡ раузалар фәрештәһе"

Унда артистың бөтә Рәсәйҙән килеүсе табыныусылары 50 төп рауза сәскәһе ултыртты. Аллеяны асыу хоҡуғы Юрий Васильевичтың уҡытыусыһы Валентина Ильиничнаға һәм балалыҡ дуҫы Игорға бирелгән. Автоуҙыш, йырсы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ та ҡуйылған. Ә кискеһен майҙанда концерт ойоштороп, рәхәтләнеп Юраның йырҙарын башҡарғандар.

Фото: zianzori.ru, vk.com/tandari

"Аҡ раузалар фәрештәһе"
"Аҡ раузалар фәрештәһе"
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: