-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь , 13:00

Эҫе көндәр көтөлә

Башҡортостанға эҫе көндәр килде. Ул оҙаҡҡа ҡалырмы? Был һорауға синоптиктар яуап бирҙе. Бөгөн, 3 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +25, +30 градус тәшкил итәсәк.

Эҫе көндәр көтөлә
Эҫе көндәр көтөлә

Шишәмбе һәм шаршамбы, 4 һәм 5 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +12,+17, көндөҙ +23, +28 градус күрһәтәсәк.

Фото: ufa.rbc.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: