+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь , 08:10

Ҡорбан байрамына әҙерлек

Быйыл 16 июндә мосолмандар төп дини байрамдарҙың береһен билдәләй. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, баш ҡаланың 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла. 

Ҡорбан байрамына әҙерлек
Ҡорбан байрамына әҙерлек

Кесаҙна Өфөлә дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышында Ҡорбан байрамы уңайынан сараларҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

«Карауан» сауҙа комплексы һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ҡорбан салыу өсөн майҙансыҡтар асыла.  Байрам ойошторолған урындарҙа ветеринария хеҙмәттәре эшләй, уларҙың төп бурысы – ниндәйҙер сир билдәләре булған ҡорбан малдарын майҙансыҡҡа килтереүгә юл ҡуймау.

– Беҙҙең тәүге сираттағы бурысыбыҙ – хәүефле инфекцияларҙың һәм ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн именлекте тәьмин итеү, тейешле талаптарҙы үтәү һәм тәртип булдырыу. Саралар бик күп ведомстволарҙың һәм структураларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен талап итә, – тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-30/v-kurban-bayram-bogosluzheniya-sostoyatsya-v-23-mechetyah-ufy-3792090

 
Автор:
Читайте нас: