+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь , 13:30

Бушлай йөрөргә мөмкин буласаҡ

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова Дәүләт Йыйылышында ҡануниәткә төҙәтмәләр проекты менән таныштырҙы. Төп яңылыҡ — күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортының бөтә төрҙәрендә лә бушлай йөрөргә рөхсәт итеү (уҡыу йылы дауамында көнөнә ике тапҡыр).

Бушлай йөрөргә мөмкин буласаҡ
Бушлай йөрөргә мөмкин буласаҡ

Шул уҡ ваҡытта аҙ тәьмин ителгәнлек критерийы иҫәпкә алынмай. Республикала бындай льготаны барлыҡ ишле ғаиләләргә лә бирергә ниәтләйҙәр. Хәҙер илдә күп балалылыҡ критерийы бер генә — өс бала, шул иҫәптән тәрбиәгә алынғандар.

Льгота 2024 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инер тип планлаштырыла. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса талап ителә, тип билдәләне министр урынбаҫары.

— Киләһе уҡыу йылынан ҡала ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар уҡыған көндәрҙә ҡала йәмәғәт транспортында: автобуста, троллейбуста һәм трамвайҙа бөшлай йөрөй ала. Сығым йөкләмәләрен республика үҙ өҫтөнә ала, — тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай  рәйесе Константин Толкачёв.

Бынан тыш, ишле ғаиләләргә муниципаль һәм республика милкендәге музейҙарға, парктарға бушлай инеү мөмкинлеге бирергә тәҡдим ителә. Ошо льготаны тормошҡа ашырыу өсөн ғаиләләргә тейешле танытма алырға кәрәк.

«Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр дәүләттең уларға хөрмәт менән ҡарағанын тойорға тейеш», — тине Ольга Кабанова.

Закон проекты киләһе пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡарауға сығарылды.

bash.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас: