Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсетте хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һала. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барыла.
Иман йорто асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡып, байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.
Мәсетте төҙөү өсөн республиканан ебәрелгән ҡарағай ағасы ҡулланыла.