Бөгөн, 29 июлдә, төбәктә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17,...+22 градус тәшкил итәсәк.
Шишәмбе, 30 июлдә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен йәшнәйәсәк. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус күрһәтәсәк.
Шаршамбы, 31 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төнөн +11,...+16 градус, көндөҙ һауа +21,
+ 26 градусҡаса йылынасаҡ.