-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август , 13:00

"Халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк!"

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яуым-төшөм арҡаһында ауыл халҡының бесән әҙерләй алмауына борсолоуын белдерҙе. Әгәр кешеләргә ярҙам итмәһәк, ҡышҡыһын улар, аҙыҡһыҙ ҡалып, малдарын һуғымға ебәрәргә мәжбүр була. Район башлыҡтары был мәсьәләне хәл итеү өсөн мөрәжәғәт итә башлаған да инде.

"Халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк!"
"Халыҡҡа ярҙам итергә кәрәк!"

"Ауыл кешеһенә бесәнһеҙ ҡышҡа инеү ҡурҡынысы янай. Муниципалитет башлыҡтарынан, ямғырҙарҙан зыян күргәндәрҙең афәт дәрәжәһен аңлап, кешеләргә нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы хәл итеүҙәрен һорайым», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Ул  Максим Забелинға һәм вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа ошо эшкә әүҙем тотонорға ҡушты. Ике аҙна эсендә ямғырҙан зыян күргән райондарҙа йәшәүселәргә бесән һатып алыу өсөн кәрәкле сумма буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк, ошондай ярҙам бүлеү механизмы билдәләнгән.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: