+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август , 16:00

Ямғыр туҡтарға уйламай әле

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтимал.

Ямғыр туҡтарға уйламай әле
Ямғыр туҡтарға уйламай әле

Тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индереүҙәре мөмкин. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтте.

Вице-премьер белдереүенсә, урып-йыйыу эштәре ике аҙна элек үк башланырға тейеш ине. Әммә был эшкә туҡтамай яуған ямғырҙар ҡамасаулай.

– Әленән республика буйынса ямғырҙың уртаса өс айлыҡ нормаһы яуҙы ла. Ҡайһы бер райондарҙа – алты айлыҡ норма. 15 авгусҡа тиклем һауа торошо буйынса аяҙ көндәр күренмәй. Бөгөн беҙ бөтә Башҡортостан биләмәһендә тупраҡтың артыҡ дымлы булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индереү буйынса документ әҙерләйбеҙ. Быны дәлилләгән документтар көтәбеҙ. Ошо көндәрҙә мәсьәлә хәл ителә. Бөгөндән ҡыш сәсеп ҡалдырған культуралар зыян күрә башланы, яҙ сәскәндәре әлегә ултыра, – тине Илшат Фәзрахманов.

Автор:
Читайте нас: