«Арт-Квадрат»та көндөҙгө сәғәт 3-тә урам театрҙарының «Әйҙә Фест» (12+) өс көнлөк фестивале асыла. Бында ҡаланың ете районындағы майҙансыҡтарҙа 40-тан ашыу тамаша күрергә мөмкин.
Киске программала Рус драма театры янында «Өфө яңғырай!» (6+) бөтә Рәсәй фестивале нигеҙендә тынлы оркестрҙар сығыш яһай (6+). Алдынғы ижади коллективтар патриотик әҫәрҙәр уйнаясаҡ. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.
Киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында «Евразия йөрәге» фестивале (12+) башлана. Тәүге көндә үҙебеҙҙең артистар, Pizza һәм «Харизма» (Беларусь) төркөмдәре, Ваня Дмитриенко, Алексей Воробьёв сығыш яһаясаҡ.
«Ҡашҡаҙан» паркында 1 сентябргә тиклем «Виноград» этногастрономия фестивале үҙ эшен дауам итә. Өфөнөң 450 йыллығына сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ҡунаҡтар килә. Улар иҫәбендә президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Беларусь премьер-министры Роман Головченко.
Өфөнөң юбилейын байрам итеү программаһы ҡыҫҡартылды, әммә унда төп, патриотик, мәғәнәле саралар ҡалды, тип билдәләне ойоштороусылар.
Юбилейлы байрам программаһы шәмбе, 31 августа, дауам итә.