-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь , 10:10

Башҡортостанда төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим иттеләр

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 300 мең һум күләмендә төбәк әсәлек/ғаилә капиталын билдәләргә тәҡдим итә. Уны 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле 35 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға түләргә тәҡдим ителде.

Башҡортостанда төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим иттеләр
Башҡортостанда төбәк әсәлек капиталын индерергә тәҡдим иттеләр

Шулай уҡ министрлыҡ иҫәпкә торғандан алып һәм сабый тыуғанға тиклем 24 йәшкә тиклемге ауырлы йәш ҡатындарға (студенттарға) ике төбәк йәшәү минимумы күләмендә - 28,3 мең һум аҡса түләргә тәҡдим итә.

Бынан тыш, Хеҙмәт министрлығы республика Танышыу үҙәген булдырып, унда никахта тормаған кешеләрҙең мәғлүмәт базаһын булдырырға тәҡдим итә. Үҙәкте «Ғаилә» ресурс үҙәгендә урынлаштырырға тәҡдим ителә, ул урындағы властар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ғаилә ҡороуға булышлыҡ итә ала.

Фото: ramen.msr.mosreg.ru

Автор:
Читайте нас: