Сарала Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары һәм Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Конституция советы ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд органдары етәкселәре, республика райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре рәйестәре, республиканың хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.
Һайлау һөҙөмтәләре буйынса төбәк етәксеһенә Башҡортостан һайлаусыларының 80,21 проценты үҙ тауышын бирҙе. Һайлауҙың рәсми һөҙөмтәһен тағын бер ҡат республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов уҡып ишеттерҙе. Ул Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырҙы. Инаугурация тантанаһы ваҡытында төбәк башлығы ант ҡабул итте, уның тексы республика Конституцияһында беркетелгән.
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына ярашлы, БР Дәүләт флагының махсус данаһы һәм республика Конституцияһының дәүләт телдәрендәге тексының махсус экземпляры вазифаға ингән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды. Уларҙы уның эш кабинетына урынлаштыралар.
– Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, уның дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм, – тине Радий Хәбиров.
Ант республиканың ике дәүләт телендә – урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыраны. Шул мәлдән Радий Хәбиров рәсми рәүештә төбәк Башлығы вазифаһын башҡара башланы.
Башҡортостан Конституцияһы буйынса республиканың юғары вазифаһын биләүсе етәксеһенә күп вәкәләттәр бирелә, улар араһында
Рәсәй Президенты һәм федераль хакимиәт органдары менән мөнәсәбәттәрҙә төбәкте күрһәтеү, Хөкүмәтте формалаштырыу, закондар үтәлешен контролдә тотоу, бөтә республика территорияһында үтәлергә тейешле указдар һәм бойороҡтар сығарыу бар. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ хакимиәттең башҡарма тармағын етәкләй.
Радий Хәбиров вазифаһына рәсми рәүештә ингәндән һуң, ҡануниәткә ярашлы, республика хөкүмәте вазифаларын ҡалдыра, ә яңы етәксе алдында юғары башҡарма органдың яңы составын тәғәйенләү бурысы тора.
Рәсәйҙең иң ҙур һәм иҡтисади яҡтан ҡеүәтле төбәктәренең береһе менән ул киләһе 5 йыл дауамында етәкселек итәсәк.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-12/radiy-h-birov-r-smi-r-esht-alda-y-5-yyl-a-respublika-et-kse-e-vazifa-yna-inde-3926362