Беҙҙең армия сафы миллион ярымлыҡ булғас, ул һан буйынса икенсе урынға сығасаҡ – Ҡытайҙан һуң (2,35 млн) һәм Һиндостанды (1,4 млн), АҠШты (1,32 млн) һәм КХДРҙы (1,35 млн) уҙып китәсәк.
Һуңғы тапҡыр президент Ҡораллы Көстәр штатын 2023 йылдың декабрендә арттырғайны. Ул ваҡытта армияға 170 меңгә яҡын кеше ҡабул ителде.
Дмитрий Песков армияның штат арттырыу хаҡындағы Указына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе һәм әлеге аҙымдың сәбәптәрен атаны.
Кремлдең рәсми вәкиле аңлатыуынса, Рәсәй Ҡораллы көстәренең һаны артыу илгә сиктәр периметры буйынса янауҙар һаны артыу менән бәйле. “Был Көнбайыш сиктәрҙә ғәҙәттән тыш дошманлыҡ мөхите һәм көнсығыш сиктәрҙә тотороҡһоҙлоҡ менән бәйле”, – тине ул.
Арминяны арттырыу тураһындағы Указ ҡабул ителгәндән һуң Дәүләт Думаһында мобилизация кәрәкме-юҡмы икәнлеге хаҡында әйттеләр. Оборона буйынса комитет рәйесе Андрей Картаполов Рәсәй армияһының штат һанын арттырыу өсөн мобилизация кәрәкмәй, тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ғәскәрҙәр контрактсылар иҫәбенә тулылындырыласаҡ.
Фото: iz.ru