Пьеса Мөнир Ҡунафиндың «СВОими глазами» тигән китабындағы очерктарына һәм хикәйәләренә нигеҙләнгән. Әлегә спектакль «Бер ғүмер етмәй икән, йәки Геройҙар дәүере» тип атала.
Бында «Хәсән», «Хакер» һәм «Историк» позывнойлы яугирҙәр тураһында һүҙ бара. Әҫәр ысын булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған.
«Беҙ автор менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ауыр мәлдәрҙә кешенең ысын асылы күренә. Уларҙың уйҙары һәм ҡылыҡтары аша һуғыштың бөтә аспекттары, шулай уҡ илебеҙҙә һәм ватандаштарыбыҙҙың йөрәгендә уға ҡарата мөнәсәбәт асыла. Хәҙерге квадрокоптерлы һәм технологик һуғышта ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Автор "кеше ғүмеренең хаҡы ниндәй һәм Тыуған илдең бөйөклөгө ниҙә" тигән һорауға яуап эҙләй», — тип һөйләне Рөстәм Хәкимов.