+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2024, 05:00

2025 йылда нисек ял итәбеҙ

Яңы йылға ла һанаулы көндәр ҡалып бара, законлы ял көндәрен иҫәпкә алып, отпускты һәм сәйәхәтте планлаштырырға ваҡыт. Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте бының өсөн уңайлы карточкалар әҙерләгән.

2025 йылда нисек ял итәбеҙ2025 йылда нисек ял итәбеҙ
2025 йылда нисек ял итәбеҙ

Һәр айҙа тиерлек өҫтәмә ял көндәре бар,  июль һәм август айҙарында ғына бөтөнләй юҡ. Уның ҡарауы, ғинуарҙа һәм майҙа улар бик күп.

Белеүебеҙсә, киләһе эш аҙнаһы алты көнлөк: шәмбе, 2 ноябрҙә, эшләйбеҙ. Артабан республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ике ял көнө көтә. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен маҡсатлы файҙаланһын өсөн 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбегә, 30 апрелгә, күсерелгән (тимәк, 2025 йылдың 28 апреленән 1 майына тиклем — ял көндәре). 

4 ноябрь байрам көнө булып иҫәпләнә, шуға йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. 2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнә (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы) йәки хеҙмәткәргә ял (отгул) бирелә.

Фото: rusklimat.ru

Автор:
Читайте нас