Һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙы кисергән Тәлхә ағай тыныс тормоштоң ҡәҙерен бик яҡшы аңлай. Аҡһаҡал был ҡарарын ҡыҫҡа ғына итеп аңлата: “Ватанды яҡлау өсөн! Гаражда тик торған ултырған ҡеүәтле техника Башҡортостан егеттәренә Донбасстың фронт юлдарында йөрөргә файҙалыраҡ буласаҡ. Мин үҙем был йәшемдә инде Ватанға хеҙмәт итә алмайым, ләкин уны һаҡлаусыларға ярҙам итергә көсөмдән килә!” . Афарин, Тәлхә ағай, һау-сәләмәт булығыҙ!
Сығанаҡ: «ВКонтакте» - Ишембай.