Шаршамбы һәм кесаҙна, 30 һәм 31 октябрҙә, урыны менән ямғыр һәм епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан төндә йомшаҡ, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, аяҙытҡанда -10 градусҡаса һалҡын, көндөҙ +1, +6 градус.