-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь , 11:10

Гастрофестивалдең төп ризығы – ҡаҡланған ҡаҙ

Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы нигеҙендә ойошторолған “Ҡаҙ һәм бал” фестиваленең биҙәге – этноауыл булды. Милли кейемдәге хужабикәләр ҡунаҡтарҙы: ҡорот, буҙа, төрлө ҡамыр ризыҡтары, кәрәзле бал менән һыйланы. Ә ҡаҡланған ҡаҙ – табындың төп ризығы ине.

Гастрофестивалдең төп ризығы – ҡаҡланған ҡаҙ
Гастрофестивалдең төп ризығы – ҡаҡланған ҡаҙ

- Беҙ ҡатнашыусыларҙы халҡыбыҙҙың гөрөф-ғәҙәте, ризығы, кейеме һәм көнкүреше менән таныштырабыҙ, – тине республика ижад үҙәгенең фольклор төркөмө ҡанашыусыһы Майя ханым. – Был сараға күптән әҙерләндек. Белеүебеҙсә, ҡаҡланған ҡаҙҙы – ике ай тирәһе, ҡорот эшләү ҙә ике аҙналап ваҡытты ала. Ҡаҙағстандан килгән дәрәжәле ҡунаҡтарыбыҙға ла беҙҙең ризыҡтар бик яҡшы таныш. Сөнки күсмә мәҙәниәткә ҡатнашы булған, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе һәр кем, һис шикһеҙ, ҡорот та, ҡымыҙ ҙа әҙерләй.

Тәмле майҙансыҡтан алыҫ түгел “Терра” этнопаркының тере экспонаттары – Иглин районынан килгән Иҫәнбай, Пегас, Воля, Малыш, Тайфун һәм Ксюша исемле тоҡомло атттарҙы күрергә була ине.

Фото: mgazeta.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: