-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь , 11:30

Росгвардия сержанты Башҡортостан полкы хөрмәтенә йыр яҙған

Һарытау өлкәһенән йәш йырсы, Рәсәй гвардияһы сержанты Салауат Дасаев Башҡортостан яугирҙарына йыр арнаған. Башҡарыусының видеоһы социаль селтәрҙәрҙә таралды, республика халҡы йырсыға рәхмәтен белдерә. Салауат Дасаев үҙенең ижады менән Башҡортостан һәм Татарстан хәрбиҙәренә терәк булыуын белдерә.

Росгвардия сержанты Башҡортостан полкы хөрмәтенә йыр яҙған
Росгвардия сержанты Башҡортостан полкы хөрмәтенә йыр яҙған

– Һеҙ - үҙешмәкәр йырсы, йырҙарығыҙ интернетта бик популяр, яугирҙар алдында сығыш яһайһығыҙмы?

– Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү минең төп бурысым,  2021 йылда контрактҡа ҡул ҡуйып, Рәсәй гвардияһында хеҙмәт итәм. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә, ҡала госпиталдәрендә лә сығыш яһайым. Быйыл февралдә Әстрханда Олег Газманов менән бер сәхнәлә йырланыҡ, отпуск ваҡытында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн өс хәйриә концерты ҡуйҙым.

– «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына йыр бағышлау идеяһы нисек тыуҙы?

– Атайым Һарытау өлкәһенең Ҡунаҡбай тигән башҡорт ауылынан, әсәйем  – Первомайскийҙан (Дохлов), һуңыраҡ ул да башҡорт ауылында йәшәгән. Башҡортостан һәм Татарстан яугирҙарының рухын күтәреү өсөн туған телемдә йыр башҡарҙым. Ә «Иван, Шамил һәм Салауат» йырының һүҙҙәрен Белгородтан шағирә Елена Ключищева яҙған. Уҡығас, ошо йырҙың, башҡорт көйҙәренә ҡушылып, баянда башҡарылырға тейешлеген шунда уҡ аңланым. Башҡорттар – ҡыйыу яугирҙар, милләтебеҙ өсөн ғорурланам. Ә хәҙер, ошондай ҡатмарлы мәлдә, окоптарҙа  –  бөтәһе лә бер туған, ниндәй милләттән һәм ниндәй ҡаланан булыуы мөһим түгел.

– Һеҙҙең социаль селтәрҙәге байтаҡ аккаунттарығыҙ бикләнгән, мәғлүмәти майҙандағы һуғыш һеҙгә лә ҡағылдымы?

– Ысынлап та, дошман бөтә нәмәне күрә һәм социаль селтәрҙәге аккаунттарымды алып ҡуйырға маташа. Нацистар шул рәүешле яугирҙарыбыҙҙы яҡлауҙан мәхрүм итергә тырыша. Артемовск өсөн ҡаты һуғыш барғанда "Вагнер”ҙарға арнап, йыр яҙғайным, шул ваҡытта ла күп кенә сәхифәләр юйылды. Шуға ҡарамаҫтан, йырҙарым ошо зәхмәтле һуғыш ҡағылған, битараф булмаған кешеләр ярҙамында билдәле булды. Уларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен.

– Исемегеҙ бик көслө, һеҙҙе кем шулай атаған?

– Атайым... Һәм мин уға бик рәхмәтлемен. Үкенескә күрә, ул быйыл яҡты донъя менән хушлашты. Салауат – ул мосолмандың  бик көслө  доғаһы, шулай уҡ бөтә донъяға билдәле башҡорт халҡының милли батыры  – Салауат Юлаев. Тыуған илен алғы һыҙыҡта яҡлаған һәр башҡорт ир-егете батырыбыҙ кеүек шөһрәтле булыуын теләйем.

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас: