+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 05:00

Араҡы магазин кәштәләренән юҡҡа сығырға мөмкин

Дәүләт думаһына яңы ҡанун проекты индерҙеләр. Уның нигеҙендә иҫерткес эсемлек махсуслаштырылған урындарҙа ғына һатыласаҡ, бары тик бәлиғ булғандарға ғына  эләгергә мөмкин. Ҡанунды 2026 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә индерергә уйлайҙар, тип әйтелгән Думаның электрон базаһында.

Араҡы магазин кәштәләренән юҡҡа сығырға мөмкинАраҡы магазин кәштәләренән юҡҡа сығырға мөмкин
Араҡы магазин кәштәләренән юҡҡа сығырға мөмкин

Проект авторҙары күрһәтеүенсә, алкоголде башҡа аҙыҡ тауарҙары араһында урынлаштырыу спиртлы эсемлектәрҙе үҙенән-үҙе һатып алыуға килтерә.

Шулай уҡ иҫерткес тауарҙарҙы күрһәтеүҙе сикләргә – уны үтә күренмәле кәштәләрҙән алырға һәм бүлектәр артына йәшерергә тәҡдим ителә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас