-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2024, 16:30

“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!”

"ҺӘНӘК" журналына һәм тағы ла бер матбуғат сараһына яҙылыусыларҙы “Яҙыл һәм от!” акцияһына ҡушылһағыҙ, һеҙҙе матур приздар көтә

“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!”
“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!”

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто “Яҙыл һәм от!” республика акцияһы иғлан итте.
Ике баҫмаға яҙылып (уларҙың береһе “ҺӘНӘК” журналы булырға мөмкин!) квитанцияларҙы Нәшриәт йортона ебәреүселәр араһында телевизор, ноутбук, ҡар таҙартҡыс, һыуытҡыс-лар, робот-саң һурҙырғыс уйнатыла. Еңеүселәрҙе билдәләү тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында ғинуар айында үтә. Квитанцияларҙың күсермәһен, исем-фамилия, бәйләнеш өсөн телефон яҙылған заявканы 15 ғинуарға тиклем “Яҙыл һәм от!” билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресы буйынса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йортона йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Йәмәғәт, гәзит-журналдарға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: