УРАҘҒОЛОВ Рәлис Ришат улы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылында донъяға килгән. Журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Журналистар союзы (1993), Яҙыусылар союзы (2002) ағзаһы. Күп йылдар "Йәшлек", "Башҡортостан" гәзиттәре һәм "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре. Экология, иҡтисад проблемаларына арналған публицистик мәҡәләләр һәм очерктар авторы, “Аслыҡ” (2008) романы, "Һуңғы йәйләү" (2023), “Бормалы яҙмыштар” (2004) хикәйәләр китабы һәм башҡалар. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995).
Рәлис Ришат улы һөйөклө ҡатыны Нурия ханым менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән, өлкән улы Тимерғәле Ураҙғолов - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты. Яҙыусыны 26 декабрҙә тыуған төйәгендә - Ҡырмыҫҡалы районында ерләйҙәр.
Яҡындарының, тыуғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.