Өйҙә бәпестең ҡайтыуын биш апаһы һәм алты ағаһы көтә. 2023 йылдың аҙағында Гөлназ Курманаева Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләнгән, ә ғаилә башлығы «Атай ҡаһарманлығы» миҙалы эйәһе.
Ҡорманаевтар ғаиләһе күп балалы ғына түгел, ә әүҙем йәмәғәтсе, ойоштороусы ла. Балаларға спорт, ижад яғынан һәләтәрен асыуға ҙур иғтибар бүлә.
Ишле ғаиләне бәпес тыуыуы менән ҡотлайбыҙ! Бик тә бәхетле булһындар!
Фото: news.mail.ru