+28 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Февраль 2025, 09:00

Мәсет төҙөлөп бөтәсәк

“Әр-Рәхим” мәсете манараларын биҙәп бөткәндәр. Туҡтап ҡалған төҙөлөш хаҡында Радий Хәбиров 2023 йылдың сентябрендә үткәргән эш кәңәшмәһенән һуң урынынан ҡуҙғалғайны. Белгестәр объектты һәр яҡлап тикшергән, баһалаған, 2024 йылдың апрелендә мәсет төҙөлөшө яңынан тергеҙелде.

Мәсет төҙөлөп бөтәсәкМәсет төҙөлөп бөтәсәк
Мәсет төҙөлөп бөтәсәк

Киләһе аҙым – иман йортоноң ҡыйығын ремонтлау, фасадты көпләү. Барлыҡ кәрәкле тикшереүҙәр башҡарылған, техник ҡарарҙар ҡабул ителгән. Алдағы йылда эске биҙәү эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр.

Фото: resbash.ru

Автор:
Читайте нас