+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
27 Февраль 2025, 08:00

Китап йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

Башҡортостанда «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр итә форумдың ойоштороу комитеты. Быйыл «Китап-байрам» 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөләге Совет майҙанында үтәсәк.

Китап йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!Китап йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!
Китап йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

Китап йәрминкәһендә Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап һатыу фирмалары һәм ойошмалары, китапханалар, китап магазиндары һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Бының өсөн ошо сайта www.kitap-bayram.ru. кәрәкле форманы тултырырға кәрәк. Шул көндәрҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзының бинаһы ла төҙөкләндерелгәндән һуң асыласаҡ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас